газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2019, 11:26

Земфира ҡыҙын ниңә ҡалдырып киткән?

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина ошо көндәрҙә Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина ошо көндәрҙә Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан. Уның социаль селтәрҙәге битендә ҡыҙы Камилә һәм улы Нурсолтан менән төшкән фотоларҙы күреп, ҡайһы берәүҙәр үпкәһен белдергән. " Сафияны ни йөрәк менән ҡалдырып киттегеҙ? - тип яҙғандар ҙа бар. Икенселәре: "Ундай баланы тапҡас, бер төрлө итеп ҡара, айыраһың", - тип тә әйткәндәре бар.

Уларға Земфира иһә: "Бында эш айырыу- айырмауҙа түгел, ә ҙурыраҡтарына ла ял итергә кәрәклеген һиҙеп, иркәлек-наҙҙан уларға ла өлөш сығарырға кәрәк, тигән уй менән диңгеҙгә икеһен генә алып барҙым. Рәдифтең ваҡыты булһа, барыбыҙ ҙа бергә барыр инек - гастролдәре мәленә тура килде. Былтырғы тәжрибә буйынса, Сафия беҙҙең менән булһа, Нурсолтан бары Сафия өсөн борсолоп, өҙгөләнеп бөтөр ине. Был юлы икеһе рәхәтләнде, тик һәр саҡ уйҙарында Сафия булды, уны уйлап, башҡа балалар менән сағыштырып йөрөнөләр. Улымдан, Сафияһыҙ нисек, тип һорағас: “Яҡшы, әммә уны һағынам, уның өсөн борсолам”, - ти. Сафияны ҡарау был баланың ҡанына һеңгән икән, тип уйлап ҡуйҙым да, ярай, Сафияһыҙ килмәҫбеҙ, тинем", - тип яуаплаған.
Читайте нас: