Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2019, 13:00

Йыуынырға инеп, ваннаға...йәбешкән

Һамар ҡалаһында була был хәл. Любовь Ивановна ваннаға диңгеҙ тоҙо һалып, күбек өҫтәп йыуынырға була. Аяғөҫтө менеп баҫып, ултырам тигәндә генә аяғы тайып китә лә ҡолай. Һәм... йәбешә.

Һамар ҡалаһында була был хәл. Любовь Ивановна ваннаға диңгеҙ тоҙо һалып, күбек өҫтәп йыуынырға була. Аяғөҫтө менеп баҫып, ултырам тигәндә генә аяғы тайып китә лә ҡолай. Һәм... йәбешә. Ҙур кәүҙәле ҡатын кәүҙәһен ваннанан айырып ала алмай, уның тәне шул тиклем ныҡ йәбешкән була. Бахыр ҡатын ете сәғәт буйы - төшкө 1-ҙән киске 7-гә хәтлем ярҙамға саҡырып ҡысҡыра. Ярай әле күрше ҡатын тауышын ишетеп ҡалып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Бер сәғәттән килеп еткән ҡотҡарыусылар дүртәүләп хужабикәне ҡотҡара.
Читайте нас: