Благовещен районының Туғай ауылы халҡы йылға буйында ҡурҡыныс табышҡа тап була. Ял итеүселәр кроссовка кейелгән кеше аяғына юлыға. Хәл тураһында ауыл халҡы хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерә. Криминалистар тикшереү үткәргәндән һуң, кеше аяғына теүәл бер йыл булыуын билдәләгән. Артабан был "табыш"ты өйрәнеү өсөн аяҡ менән 45-се үлсәмдәге кроссовка тикшереүгә ебәрелгән.