спорттың 107 төрө үҫтерелә. Салауатта физкультураны, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр йылдан-йыл арта бара. Спортсылар иһә ҡалала ғына түгел, Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ҡалабыҙ данын яҡлап, уңышлы сығыш яһай, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Спорт һәм физик культураға төрлө йәштәге кешеләр йәлеп ителә. Беҙҙә спорттың иң популяр төрҙәре булып волейбол, баскетбол, мини-футбол, өҫтәл теннисы, футбол, шашка, шахмат, гер күтәреү, милли көрәш, еңел атлетика, саңғыла уҙышыу һ.б. тора.
Көн оҙоно төрлө ярыштар: өҫтәл теннисы, футбол, стритбол уйындары, штанга күтәреү, эстафеталар үтте. Ҡаланың ижади коллективтарының сығышы байрамды йәмләне.