Стәрлетамаҡта шулай тип аталған академия асылды. Майҙансыҡтарҙа төрлө тренингтар, балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн берлектәге оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡунаҡтар араһында Каринэ Хәбирова ла булды. Майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң ул ҡатнашыусылар менән танышты. Уның билдәләүенсә, бындай биләмәләрҙе республиканың башҡа ҡалаларында ла булдырыу ҡаралған.Ҡатнашыусылар өсөн 3D фотозонаһы менән «Сәнғәт биләмәһе», «Ҡатын-ҡыҙ стиле биләмәһе» эшләне. Матурлыҡ салондары, кейем дизайнерҙары һәм стилистар үҙ кәңәштәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ республиканың алдынғы табиптары консультациялар ойошторҙо.