"ДДТ" төркөмөнөң лидеры, танылған йырсы Юрий Шевчуктың әсәһе вафат булған.
Фәниә Әкрәм ҡыҙы менән хушлашыу өсөн Юрий Шевчук Өфөгә килгән.
Фәниә Шевчукка 94 йәш булған. Музыканттың атаһы, Юлиан Сосфенович, бынан алты йыл элек донъя ҡуйған. Билдәле булыуынса, данлыҡлы рок-музыкантты тәрбиәләп үҫтергән ғаилә ғүмер буйы Өфөлә йәшәгән. Юрий Юлианович йыш ҡына тыуған ҡалаһына ҡайтып йөрөүе лә билдәле.
Фәниә Әкрәм ҡыҙы – рәссам, ғүмер буйы Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем биргән. Музыкант та ҡасандыр ошонда белем алған.