Новороссийск янында юл һәләкәтенә юлыҡҡан автобуста һәм автомобилдә, өлкәндәрҙән тыш, 14 бала булған. Еңел автомобилдәге 17 һәм 9 йәшлек балалар һәләк булған, ата-әсәһе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ ошо уҡ автомобилдә өс йәшлек балаһы менән әсә кеше лә ултырған, сабый тере, әммә хәле ауыр. Әсәһе һәләк булған.
Автобуста 11 бала барған. Тәфтиш комитеты фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, упҡынға осҡан ике транспорт сараһының да водителдәре айныҡ булған. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, экскурсия автобусы водителенең тиҙлекте арттырыуы һәм еңел автомобилгә юл бирмәүе арҡаһында фажиғәгә тарығандар.