Рәсәй Президенты олимпиада еңеүселәре өсөн стипендиялар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул дөйөм фәндәр буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусыларға премия түләргә вәғәҙә бирҙе. Владимир Путин билдәләүенсә, 2019 йылда алтын миҙал өсөн уҡыусылар һәм уларҙың тренерҙары - бер миллион һум, көмөш өсөн - 500 мең һум, бронза өсөн 400 мең һум аласаҡ. Әйткәндәй, быйыл вуздарҙағы магистратура студенттары ла грантҡа дәғүә итә ала. Ил Президенты билдәләүенсә, студент-магистрҙар айырым ҡаҙаныштары өсөн дәүләт түләүен аласаҡ. Уның күләме ай һайын 20 мең һум тәшкил итәсәк.