Яҙ көнө ғәҙәти “Дәүләт циркы - Телеүҙәк” маршруты буйынса йөрөгән трамвай туй кортежына әүерелгән. Йәш пар - Ләйсән һәм Денисты трамвайҙа ЗАГС хеҙмәткәре тантаналы рәүештә теркәгән. Һуңынан уларҙы яҡындары, дуҫ-иштәре һәм ата-әсәләре законлы никах менән ҡотлаған.
Уларҙы бындай аҙымға ни этәргән һуң? Баҡтиһәң, йәштәр бынанан биш йыл элек АҠШ-та осраҡлы таныша, ә Өфөгә ҡайтҡас, яҙмыштарын бергә бәйләргә була. Баҡһаң, бер заман трамвай көткәндә егет һөйгәненә уның менән ғаилә ҡорорға теләүен белдергән. Өҫтәүенә Денистың атаһы ғүмер буйы тимер юлында эшләгән, шунда буласаҡ ҡатыны менән танышҡан. Ә Ләйсәндең атаһы оҙаҡ йылдар Өфөнөң электр транспорты идаралығында хеҙмәт иткән.