Британиялағы Кардифф ҡалаһында үҙ-үҙенә ҡул һалған 16 йәшлек Скай тигән ҡыҙ алты пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡалған.
Ни өсөн ул сит-ят кешеләргә бөйөрөн, 45 литр ҡанын бүләк иткән? Әсәһенең әйтеүенсә, ҡыҙ депрессиянан яфаланған. Донорлыҡ хаҡында бәләкәйҙән белгән һәм үлем осрағында башҡаларға үҙенең тән ағзаларын бирергә теләүен белдергән.
”Мин ҡыҙым менән ғорурланам, - ти уның әсәһе. - Скайҙың ғүмере алты кешелә дауам итә”.
2017 йылда Бөйөк Британияла 13 йәшлек ҡыҙ ҙа ошо рәүешле һигеҙ кешенең ғүмерен ҡотҡарған.