“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты нигеҙендә 2019 - 2024 йылдарҙа Башҡортостанда пенсия алды йәшендәге 1480 кеше йыл һайын уҡыуға йәлеп ителә. Күмертау авиация предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә уҡыуҙы тамамлап, яңы белемде ғәмәлдә файҙалана башланы. Өфөнөң кадрҙар әҙерләү үҙәге уҡытыусылары дүрт ай буйы предприятиела лекция уҡыны, хеҙмәтте һаҡлау буйынса видеояҙмалар күрһәтте. Предприятие бүлексәләрендәге 190 хеҙмәткәрҙән тыш, уҡыуҙарға заводтан 200-гә яҡын ирекле тыңлаусы ла йөрөнө. Барыһына ла тейешле сертификат тапшырылды. Күмертауҙағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге лә предприятие етәкселеге менән килешеү төҙөгән. Ул “Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре” программаһы буйынса пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға ҡағыла.