- Беҙ ата-әсәһеҙ ҡалған һәм дәүләт ярҙамына мохтаж булған һәр баланы торлаҡ менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта фатирҙарҙың өр-яңы йорттан бүленеүенә, төҙөк, сифатлы булыуына иғтибар итәбеҙ, - ти Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов өй туйлаусыларға асҡыс тапшырыу тантанаһында.