Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2019, 15:30

Беҙҙе нимә көтә?

12 августан 18-енә тиклем йондоҙнамә.

12 августан 18-енә тиклем йондоҙнамә.

Ҡуҙы (21.03 - 20.04)

Үҙегеҙгә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Уйламаған сығымдар көтөлә. Аҡсағыҙҙы ремонтҡа, дауаланыуға, юлға сарыф итерһегеҙ. Тирә-йүндәгеләр менән мөнәсәбәттәр яҡшынан булмаҫ. Алдан план ҡормағыҙ.

Буға (21.04 - 21.05)

Үҙегеҙгә яңы көс-ҡеүәт ҡунғанын тойорһоғоҙ. Тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Туғандарығыҙ менән аралар боҙолоу ғына кәйефегеҙҙе төшөрөр. Имтихандар тапшырыу өсөн уңайлы осор түгел.

Игеҙәктәр (22.05 - 21.06)

Яңы танышлыҡтар файҙа ла, финанс юғалтыуҙары ла килтереүе ихтимал. Аҙнаның тәүге яртыһы сит илдәге партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн уңышлы. Ата-әсәйегеҙгә ярҙам итерһегеҙ. Ял көндәрендә яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 - 23.07)

Башҡалар тураһында ғына хәстәрлек күрмәгеҙ, үҙегеҙҙе лә ҡайғыртырға өйрәнегеҙ.Мөхәббәт өлкәһендә хәлдәр зарланырлыҡ түгел - һөйгәнегеҙ менән аралар яҡшы. Шәмбе күргәҙмәгә саҡырыуҙары бар. Серҙәрегеҙҙе бер кемгә лә һөйләмәгеҙ.

Арыҫлан (24.07 - 23.08)

Киләсәккә ҙур пландар менән янаһығыҙ. Дуҫтарығыҙ сюрприз әҙерләр. Йортта ла, эштә лә бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килер. Кәрәк булһа, ярҙам һорауҙан баш тартмағыҙ. Яңғыҙҙарға ғаилә ҡороу тураһында уйланырға ваҡыт.

Ҡыҙ (24.08 - 23.09)

Мәшәҡәтле, көсөргәнешле аҙна килеүгә әҙер булығыҙ. Эре әйбер һатып алыуҙан тыйылып тороғоҙ. Сәләмәтлек торошона иғтибар итегеҙ - хроник ауырыуҙарығыҙ ҡуҙғыуы ихтимал. Ял көндәре аралашыуға һәм осрашыуҙарға бай булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Эшлекле мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү өсөн шәп ваҡыт. Планлаштырылған ялығыҙ барып сыҡмаҫ. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлы, йома көн уның менән ташлашырға уйларһығыҙ. Яҡын дуҫығыҙ ауыр минуттарҙа ярҙамға килер.

Саян (24.10 – 22.11)

Ҡуйған маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барырһығыҙ. Аҡса менән һаҡ ҡыланығыҙ. Ғаилә усағын һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс түгергә кәрәк булыр. Яратҡан кешегеҙ биргән вәғәҙәләренә тоғро түгел. Йома күптән көткән хәбәр алырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 - 21.12)

Карьера баҫҡысынан үрләү ихтималлығы бар. Финанс яҡтан да хәлдәрегеҙ һәйбәт. Һалҡын тейҙереүегеҙ ихтимал. Икенсе яртығыҙ менән арағыҙ һыуынған. Бында икегеҙҙең дә ғәйебегеҙ бар. Шәмбе үҙегеҙҙе ысын байрам көтә.

Ылаҡ (22.12 - 20.01)

Эштә лә, йортта ла мәшәҡәттәр туп-тулы. Артыҡ борсолоу һаулығығыҙға кире йоғонто яһар. Күберәк ваҡытты дуҫтарығыҙ менән уҙғарығыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ, яҡын арала ҡыйбатлы әйбер һатып алырһығыҙ.

Һыуғояр (21.01 - 19.02)

Пландарығыҙ тиҙ алмашыныр. Был аҙнала бер нәмәне лә үҙгәртмәү хәйерлерәк. Эш урыны алыштырыу тураһында уйламағыҙ ҙа - алданыу ихтималлығы ҙур. Туғандарығыҙҙың күңелен күрерһегеҙ, әммә үҙегеҙ ныҡ арырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 - 20.03)

Бер нәмә тураһында ла хафаланмағыҙ - барыһы ла үҙ яйы менән барыр. Яҙмыш һеҙгә ниндәйҙер бүләк әҙерләгән. Кемделер - балалары, бәғзе берәүҙәрҙе һөйгәне шатландырыр. Спорт менән шөғөлләнеү һаулығығыҙға ыңғай йоғонто яһар.



Читайте нас: