“Экология” милли проектына ярашлы, тиҙҙән илебеҙҙә рәсми булмаған бөтә сүплектәр ҙә бөтөрөлә. Был эш буйынса реформа дауам итә. Шешә, пластик һауыттар, ҡағыҙ кеүек көнкүреш ҡалдыҡтарының барыһын да бер урынға түгел, ә айырып һалыуҙы элек күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Ярамаған урынға ташланған ҡыйҙы, өйөлгән сүплекте асыҡлау, ҡыҫҡаһы, тәбиғәтебеҙҙе бысратыуға юл ҡуймау - һәр беребеҙҙең бурысы.