Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2019, 17:35

Ниндәй йәнһеҙ кешеләр улар

Ҡазандағы фажиғә ҡала халҡын тетрәндерҙе.Төндә фатирҙа туҡмалыуҙан һәм башы имгәнеүҙән һәләк булған сабыйҙың кәүҙәһе табылған.

Ҡазандағы фажиғә ҡала халҡын тетрәндерҙе.Төндә фатирҙа туҡмалыуҙан һәм башы имгәнеүҙән һәләк булған сабыйҙың кәүҙәһе табылған.

Мәғлүмәттәрҙән асыҡланыуынса, баланың әсәһе эргәһенә таныш ир килгән. Ҡатын кеше, сабыйын уға ышанып ҡалдырып, магазинға киткән. Ҡыҙыҡай көйһөҙләнә башлағас, ир уны туҡмарға тотонған.

Ҡатын өйөнә ҡайтҡас, сабый тәнендә яра, туҡмалыу эҙҙәрен күрһә лә, дауаханаға мөрәжәғәт итергә уйламаған. Бер нисә сәғәттән сабый вафат булған.

Туғыҙ айлыҡ бәпесте үлтереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: