Йәш кеше илай яҙып автомобиленә идара итә. Уның йөҙө һәм ҡулдары ғына күренә. Ҡапыл ул ҡулдары менән йөҙөн ҡаплай һәм “Инстаграм”дағы был видеояҙма өҙөлә.
Был - 23 йәшлек кесе лейтенант, Өфө участковыйы Эмиль К. Баҡһаң, Эмилдең автомобиле юл ситендә торған йөк машинаһына барып бәрелә. Егет шунда уҡ йән бирә.
Автоһәләкәт 4 августан 5-ен ҡарай төндә баш ҡаланың Интернациональ урамында була. Эмиль хеҙмәт иткән полиция бүлегендә уның был ваҡытта эштә булмағанын белдерәләр.