Башҡортостанда көндәрҙең бик аҙға ғына йылыныуы көтөлә.Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 августа урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ваҡыты менән елдең көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә - 4-9, көндөҙ 17-22 градус йылы була.
9 августа болотло һауа торошо фаразлана, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе мөмкин. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә - 5-10, көндөҙ 19-24 градус тәшкил итә.
Шәмбе, 10 августа, тағы ла нығыраҡ йылыта. Синоптиктар фаразы буйынса, һауа температураһы төндә - 17, көндөҙ 25 градусҡаса күтәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдан фаразлау буйынса, йылы көндәр оҙаҡ дауам итмәй. Йәкшәмбе, 11 августа, һауа температураһы йәнә түбәнәйә башлай. Көндөҙ - 19, төндә 9 градус булыуы көтөлә.Яңы аҙна башында көндөҙгө һауа температураһы 14-15 градус була. Яуым-төшөм ихтималлығы һаҡлана.