Рәсәй Президенты Сочилағы Бочаров Ручей резиденцияһында Абхазия етәксеһе Рауль Хаджимба менән осрашты һәм тиҙҙән был дәүләттә буласаҡ һайлау демократик принциптарға ярашлы үтер, илдең тотороҡлолоғона булышлыҡ итер, тип белдерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә, осрашыу уртаҡ социаль проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын, һөҙөмтәлелеген барлау өсөн алдан планлаштырылған булған. Рауль Хаджимба Абхазияла бихисап социаль объекттар төҙөлөп бөтөп барыуын, энергетика системаһы яңыртылыуын, юлдар төҙөкләндерелеүен билдәләп үтте. Шулай уҡ оборона ведомстволарын, хоҡуҡ һаҡлау структураларын камиллаштырыу мәсьәләләре лә хәл ителә.