Ял көндәрендә Стәрле йылғаһы буйында аяғы яраланған егеттең мәйетен тапҡандар. Үлгән кеше Стәрлетамаҡ районынан 32 йәшлек ир булып сыҡҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре енәйәт ҡылыуҙа шикле кешене тотҡандар. Ул - Ишембай районынан 48 йәшлек ир. Был кеше таныш ир һәм уның ҡатыны менән йылға буйында ял итә, әммә көслө зат араһында бәхәс сыға. Боҙоҡ әҙәм бысаҡ ала ла танышының аяғына сәнсә. Был фажиғәгә шаһиттар тиҙ генә “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырғандар, ләкин инде һуң булған. Ир табиптар килгәнсә үк йән биргән.