газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2019, 13:36

Шәп егет тә икән үҙе!

Башҡортостанда Рөстәм Әғзәмов ут ҡапҡан йорттан ике баланы алып сыҡҡан.

Башҡортостанда Рөстәм Әғзәмов ут ҡапҡан йорттан ике баланы алып сыҡҡан. 5 августа Учалы районының Илтабан ауылында янғын ҡуба. Өйҙә 14 йәшлек малай һәм уның 9 йәшлек һеңлеһе булған. Малай йоҡлап ятҡан. Ҡыҙыҡай төтөн еҫен һиҙеп, ишекте асҡан һәм төкәтмәнең дөрләп янғанын күргән. Ағаһын уятып, әсәһенә шылтыратҡандар. Балалар йорттан сыға алмаған - ишек асылмаған. Был ваҡытта өй эргәһенән Рөстәм Әғзәмов үтеп барған. Ул янғынды, уның янында йүгереп йөрөгән әсәне күргән һәм машинаһынан сығып, шунда уҡ ярҙамға ташланған. Тәҙрәне ватҡан, тәүҙә ҡыҙыҡайҙы, һуңынан малайҙы сығарған һәм уларҙы әсәһенә тапшырған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Рөстәмгә ведомство наградаһын юллайҙар.
Читайте нас: