газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2019, 13:29

Прокуратура ҡыҫылмаһа, йортһоҙ ҡалырҙар ине

Биш бала тәрбиәләгән ғаилә, ниһайәт, төбәк прокуратураһы ярҙамында торлаҡ һатып алыу өсөн тейешле компенсация алды.

Биш бала тәрбиәләгән ғаилә, ниһайәт, төбәк прокуратураһы ярҙамында торлаҡ һатып алыу өсөн тейешле компенсация алды. Торлаҡҡа социаль түләүҙәргә хоҡуғы тураһында танытмаһы булған ғаилә, Иглинда йорт һатып алып, район хакимиәтенә аҡса алыу өсөн мөрәжәғәт итә. Әммә ғариза 2018 йылдың аҙағына тиклем ҡаралмай. Һөҙөмтәлә, муниципалитетҡа ошо маҡсатта бирелгән аҡса республика бюджетына кире ҡайтарыла. Дәүләт төҙөлөшө чиновниктарының ығы-зығыһы, яуапһыҙлығы арҡаһында быйыл июль айында танытманың срогы ғәмәлдән сыға. Ғаилә аҡсаһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡала. Ата-әсәнең прокуратураға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сараһы ҡалмай. Һөҙөмтәлә, тейешле 1,4 миллион һум аҡса ғаилә иҫәбенә күсерелеп, торлаҡ һатыусыға тапшырыла.


Читайте нас: