Мәскәүҙең Басман суды 66 йәшлек Тамара Васильеваны ҡулға алды. Сәбәбе - дүрт йыл элек Краснодар крайына ҡунаҡҡа барғанда ул ауыл хакимиәте башлығына насар һүҙ әйткән.2015 йылда ҡатын был ауылға ҡунаҡҡа килә. Өй алдындағы бысраҡ күләүеккә, юлдарҙың насарлығына иҫе китә һәм ауыл хакимиәтенә бара. Һүҙмә-һүҙ нимә әйткәндер, әммә власть кешеһен намыҫһыҙлыҡта ғәйепләп, ҡағыҙға яҙырға ярамаған һүҙ әйткәне өсөн урындағы суд ҡатынға ете мең һум штраф сәпәй. Пенсионер был бурысты түләй алмай күпмелер ваҡыт үтеп китә. Шуның өсөн уны эҙләүгә бирәләр һәм дүрт йылдан һуң, 2019 йылдың 15 июлендә, ғәйеплене 30 тәүлеккә ултыртырға тигән ҡарар сығаралар. Суд залында ҡатындың һаулығы насарая ( ул ҡалҡан биҙе ауырыуынан интегә), шулай ҙа ҡарарҙы үтәүселәр быға иғтибар итмәй, уны ултыртып ҡуя.