Өфөнән туғыҙынсы класс уҡыусыһы кеше һөйәге имплантатының яңы төрөн уйлап тапҡан. Родион Воронинға 16 йәш, ул 83-сө инженер лицейында уҡый. Бер ай буйына ул Липецк, Түбәнге Новгород, Төмән һәм Алтай крайы уҡыусылары менән кеше һөйәген алмаштырыусы өҫтөндә эшләгән. Әлеге ваҡытта булған имплантаттар пациенттарҙа йыш ҡына аллергия тыуҙыра. Родиондың һәм уның тиҫтерҙәренең асышы был проблеманы хәл итә һәм имплантаттар организмда яҡшы «үҙләшә».