газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2019, 13:21

Радик хәҙер килеп ҡолағынан ҡалған тиме?

Радик Юлъяҡшин тирәләй ниндәй генә хәбәрҙәр ҡуйырмай. Әле иҫерек, тиҙәр, кемдәрҙер кем менән ғаилә ҡорорға теләүен белә алмай йонсой. Әле килеп "Интертат" сайты яҡташыбыҙҙы ҡолаҡтан ҡалған, тип яҙа.

Радик Юлъяҡшин тирәләй ниндәй генә хәбәрҙәр ҡуйырмай. Әле иҫерек, тиҙәр, кемдәрҙер кем менән ғаилә ҡорорға теләүен белә алмай йонсой. Әле килеп "Интертат" сайты яҡташыбыҙҙы ҡолаҡтан ҡалған, тип яҙа. Баҡтиһәң, йырсы хаҡында "10 йыл буйы ынтылған хыял" тигән документаль фильм сыҡҡан. Унда Радик акустик травманан һуң элекке һымаҡ ишетмәйем, тигән. Хәбәрсенең ошо хаҡта ҡыҙыҡһыныуына ул: "Бөгөн мин нисектер травма менән эшләргә өйрәндем. Нимә эшләй алам һуң инде мин? Аллаһы Тәғәлә башҡа биреп алды", - тигән.

Артабан йондоҙ ҡолағының бер ҡасан да төҙәлмәҫен әйтә. "Нервы күҙәнәктәренә зыян килгән. Төҙәлә алғандары төҙәлде. Минең ҡолаҡта гел ниндәйҙер сыйылдау тауышы сыңлап тик тора. Шуға ла тыныс урында, телевизор эшләмәгәндә, тауыш булмағанда, музыка уйнамағанда аҡылдан яҙам. Ҡолаҡта гел нимәлер сәрелдәп тора. Шуға күрә мин йоҡларға ятҡанда йә музыка тыңлап, йә телевизор ҡарап ятам", - ти Радик Юлъяҡшин.
Читайте нас: