газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2019, 12:41

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы, тип тә тормаған

Төмән өлкәһенең Богандинск ауылынан 20 йәшлек егетте ике кешене үлтереүҙә ғәйепләйҙәр.

Төмән өлкәһенең Богандинск ауылынан 20 йәшлек егетте ике кешене үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Әле ул һаҡ аҫтына алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр асыҡлауынса, иртәнге сәғәт 4-тәр тирәһендә, ғәйепләнеүсе күршеләренең йортона ут төртә. Бер ни белмәй тәмле төштәр күреп йоҡлаған йорт хужалары - 33 йәшлек ир менән ҡатындың ғүмере аяныслы өҙөлә - улар янғында һәләк була.

Төмән өлкәһенең Тикшереү комитеты белдереүенсә, егет күршеләрен бик яратып бармаған, шуға ла уларҙың йортона ут төрткән икән. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул бер нисә тапҡыр төрмәлә лә ултырып сыҡҡан.
Читайте нас: