Шул саҡ, көтмәгәндә, теге әҙәм аҡтығы егеттәргә ҡаршы бысаҡ менән ташлана. Енәйәтсе Илмирҙың муйынына һәм йөрәк тәңгәленә ҡапыл сәнсә, икенсе полицейскийҙы ла йәрәхәтләп өлгөрә. Александр Царегородцев, яраланыуына ҡарамаҫтан, енәйәтсегә ҡаршы табель ҡоралын ҡулланырға үҙендә көс таба. Яҡташыбыҙ Илмир ауыр йәрәхәттәрҙән яҡты донъя менән хушлаша, иптәше А. Царегородцев әле дауаханала. Полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткән енәйәтсе үҙе лә вафат була. Илмир Дүртөйлө районының Семилетка ауылында тыуған. Сорғотҡа ул бер нисә йыл элек килгән.