Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2019, 11:12

Гөлназ егетенең йөҙөн күрһәтмәй

Гөлназ Асаева Ҡазанда сәйәхәттә йөрөй. "Шундай рәхәт ял иттек кисә", - тип яҙған йырсы инстаграмдағы сәхифәһендә.

Гөлназ Асаева Ҡазанда сәйәхәттә йөрөй. "Шундай рәхәт ял иттек кисә", - тип яҙған йырсы инстаграмдағы сәхифәһендә. Шунда уҡ бер егет менән төшкән фотоһын да ҡуйған, әммә уның йөҙөн йөрәк һүрәте менән ҡаплаған.

Ә кешене "серле" егеттең исем-шәрифе ҡыҙыҡһындыра. Берәүҙәр уны атаһы Рөстәм Асаевтыр тип уйлай: "Буй-һыны Рөстәм Асаевтыҡына оҡшаған", "Атаһы инде, интрига тыуҙыра", - тиҙәр.

Ҡайһы берәүҙәр “был егет Радик Юлъяҡшиндыр” тип тә фаразлаған. "Мин уны егете менән күрҙем. Бик матур пар. Кем булыуына ҡарамаҫтан, бәхет насип итһен уларға", - тип теләгән дуҫтары.
Читайте нас: