2 августа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Вера» фондын ойоштороусы Нюта Федермессер менән осрашты. Улар Өфөлә 30 өлкән кешегә һәм 20 балаға иҫәпләнгән республикалағы тәүге хоспис төҙөү тураһында һөйләште. Ул йыл ярымдан эшләй башлай. Хосписта дауалап булмаҫлыҡ сирлеләргә хәстәрлек күрһәтелә. Бында улар менән бергә туғандары ла йәшәп торорға мөмкин.
Нюта Федермессер 2006 йылда «Вера» хоспистарға ярҙам фондын ойошторған һәм уны үҙенең әсәһе хөрмәтенә атаған. Фонд 13 йыл балалары һәм туғандары ҡаты ауырыуға дусар булған ғаиләләргә ярҙам итә. Былтыр фонд 391 миллион һум иғәнә йыйыуға өлгәшкән. Фондтың девизы: «Әгәр кешене дауалап булмай икән, был уға ярҙам итергә ярамай тигәнде аңлатмай».