Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре алкоголь эсемлектәр менән тулы меңгә яҡын йәшник тапҡан. Тикшереү үткәргәндән һуң, предприятиеның продукцияһын урлауҙа "Башспирт" сауҙа йортоноң элекке етәксеһен ғәйепләйҙәр. Быны республиканың Контроль-иҫәп палатаһы аудитынан һуң асыҡлағандар. Шуны билдәләргә кәрәк: был тикшереүҙәр коррупцияға һәм контрафакт продукцияға ҡаршы көрәш сиктәрендә үткәрелгән.