Өфөнөң "Спорт" магазинында эшләгән һатыусы һатып алыусынан алдана. Магазинға ике ир менән бер ҡатын килеп инә. Улар тауар ҡараған булып йөрөй ҙә, бер аҙҙан 800 һум торған бейсболканы һайлап алып, касса янына килә. Береһе янсығынан 5000 һумлыҡ купюра сығара. Икенсеһе, тауарға ташламалар тураһында һорашып, кассирҙың башын әйләндерә.
Шул арала аҡсаһын йәшергән теге ир һатыусынан сдачаны биреүен һорай. Һатыусы ҡыҙ “аҡсаны алманым” тигәс, теге мут янсығын әйләндереп күрһәтә. Үҙем яңылышамдыр тип, кассир 4200 һумды иҫәпләп, бурҙарға бирә. Аҙаҡ видеокамералағы яҙмананан күренеүенсә, ирҙең аҡсаһын көшөлөгөнә кире һалған. Полиция хеҙмәткәрҙәре аҡса түләмәй әйбер алырға ғәҙәтләнгән яҙҙырған был өсәүҙе эҙләй.