Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн финанс ярҙам күрһәтеүгә заявкаһын хупланы. Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы алып барыла.Фондтан республика 282,42 миллион һум аласаҡ, өҫтәүенә төбәк ҡаҙнаһынан 63,4 миллион бүлеү ҡаралған. Ошо сумма дөйөм майҙаны 8,38 мең квадрат метр булған ун муниципаль берәмектә авария хәлендәге 206 торлаҡтан 666 кешене күсереүгә йүнәлтелә. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем әлеге милли проектҡа ярашлы 2500-ҙән ашыу граждан яңы йәшәү урынлы булырға тейеш. Был йәһәттән республикала адреслы программа ла раҫланды. Программаны дөйөм финанслау күләме - 1649,22 миллион һум.