"Шәмбене уҡыусылар түҙемһеҙләнеп көтөп алһын, ул фекер алышырҙай ваҡиға булырға тейеш. Быларҙың күбеһе уҡытыусыларҙан ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙең үҙенән дә торорға тейеш", - тип билдәләне ул. Уның әйтеүенсә, уҡыу планы элеккесә ҡаласаҡ. Иң мөһиме - уҡытыусыларҙың эш хаҡы кәмемәйәсәк. Радий Фәрит улы Мәғариф министрлығына тематик шәмбеләрҙең мотлаҡҡа әүерелмәүенә, балаларҙың тулы ике көн ялы булырға тейешлегенә айырыуса иғтибар бирергә, уларҙы исем өсөн генә мәктәпкә саҡырмаҫҡа ҡушты. Шулай уҡ спорт секциялары һәм мәҙәниәт учреждениеларына балаларҙың ял көндәрендә спорт менән шөғөлләнергә, театрҙарға, музейҙарға йөрөү өсөн уңайлы булһын өсөн эш режимын үҙгәртеү кәрәклеген әйтте.