Американың Миссури штатындағы бер ҡатын үлгән сабыйын ҡырҡ йылға яҡын туңдырғысында һаҡлаған. 37 йәшлек Адам Смит әсәһе вафат булғандан һуң, уның йортон йыйыштырырға килә. Һыуытҡысын эреткәндә бәләкәй генә ҡатырға ҡапҡа тап була. "Ул тартманы мин бәләкәй сағымдан уҡ туңдырғыста ятҡанын хәтерләйем. Унда туй тортын биҙәү әйберҙәре, тигән генә яуап ишетә! инем- тигән был ир. "Тартманы асып ҡараһам - алһыу төҫтәге юрғанға төрөлгән яңы тыуған ҡыз бала ҡалдыҡтары ята. Уның тән тиреһе, сәсе һәм башҡа ерҙәре лә һаҡланған - ул мумияға әйләнгән", - тигән. Смит табыштың ни икәненә төшөнгәс тә, полиция саҡыртҡан. Сабыйҙың кем икәнлеге әлегә билдәһеҙ. Ярып ҡарағас, үлем сәбәбе асыҡланыр , ә ДНК анализы кемдең балаһы булыуын әйтер. Смиттың әсәһе ҡайсандыр үле балаһы тыуыуы тураһында һөйләгән булған, ә туғандары игеҙәктәр донъяға килеп, береһе үлгәнен хәтерләйбеҙ, тигәндәр. Иҫәнен балалар йортона тапшырған, ә бына үлгәнен, күрәһең, туңдырғысында һаҡлаған. Был серҙе әсәһе хатта үлер алдынан да әйтмәүе малайын ныҡ аптыратҡан." Бәлки, ул уны берәй нәмә эшләткәндер, яуапҡа тарттырырҙар тип ҡурҡып, береһенә лә белдертмәгәндер",- тигән.