Йәйҙең һуңғы айы тормошобоҙға ниндәй үҙгәрештәр индерә, август айында ниндәй ҡанундар ғәмәлгә инә?
Өйҙәр һәм фатирҙарҙы бөгөндән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән страховкаларға мөмкин. Страховкалау талап ителгән хәүефле осраҡтар исемлеген һәр төбәк үҙаллы билдәләй. Миҫал өсөн улар тәбиғәт ғәрәсәттәре йәки техноген һәләкәттәр булыуы ла ихтимал.
Автомобилдәрҙе рәсми теркәү тәртибе ябайлаша. Бөгөндән ҡорос атты машина һатылған рәсми дилерҙың салонында уҡ иҫәпкә ҡуйырға мөмкин. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына барырға кәрәкмәй, номерҙы автосалондан уҡ алып сығырға була. Был хеҙмәт түләүле, әгәр унан баш тартһағыҙ, ғәҙәттәге алым ғәмәлдә ҡала.
Табипҡа ауырыуға ярҙам күрһәтергә ҡамасаулаған өсөн иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Әгәр был ауыр эҙемтәләргә килтергән осраҡта тәртип боҙоусы ике йылға, ауырыу вафат булған хәлдә дүрт йылға тимер рәшәткә артына эләгеүе бар.
Ашығыс ярҙам машинаһын үткәрмәгән водителдәргә бөгөндән 5 мең һумға тиклем штраф һәм 1 йылға водитель танытмаһынан мәхрүм ителеү янай. Табиптар һуңлауы сәбәпле пациенттың ғүмере өҙөлгән осраҡта, бындай автоһәүәҫкәрҙе 4 йылға тиклем ирекенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Авария хәлендәге, иҫке йорттарҙа көн итеүселәргә иҫәпләү ҡоролмалары ҡуймаҫҡа ла мөмкин. 6 августтан йылылыҡ, газ, һыу өсөн иҫәпләү ҡоролмалары ҡуйыу талап ителмәгән күп фатирлы йорттар исемлеге киңәйтелә.
Был йорттарҙа йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн юғары нормативтар нигеҙендә түгел, ә ғәҙәти тариф буйынса иҫәпләшәсәк. Исемлеккә һүтелеү йәки капиталь ремонт талап ителгән объекттар индерелә.