газета "Салауат"
-3 °С
Облачно
Новости
1 Августа 2019, 09:44

Яңы һәм “аҡыллы” туҡталыштар

Кисә Салауат ҡалаһында үҙенсәлекле “аҡыллы” туҡталыштар барлыҡҡа килә башланы. Уларҙың тәүге өлгөләре“Бекетов урамы” һәм “Ленинград урамы” туҡталыштарында урын алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кисә Салауат ҡалаһында үҙенсәлекле “аҡыллы” туҡталыштар барлыҡҡа килә башланы. Уларҙың тәүге өлгөләре“Бекетов урамы” һәм “Ленинград урамы” туҡталыштарында урын алды.

Яңы, заманса туҡталыштарҙың ҡуйылыуына беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Әҙер ҡоролманы тәжрибәле эшселәр йәһәт кенә урынлаштырҙы. Дөйөм алғанда, Салауатта быйыл 6 туҡталышты яңыртыу ҡаралған.Уларҙың һәр береһе сифатлы материалдарҙан, милли арнамент менән биҙәлеп эшләнгән, яҡтыртыулы, автобустар маршруты картаһы менән буласаҡ. Ленин урамындағыһы гаджеттарға көс йыйыу өсөн USB-порт, бушлай Wi-Fi менән тәьмин ителәсәк.
Читайте нас