Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2019, 18:13

Әсәй ҙә юҡ, өй ҙә...

Бер аҙна элек Бөрө районында Оксана Волкованың үле кәүҙәһен тапҡайнылар. Әле килеп уның алты балаһы өйһөҙ ҡалды.

Бер аҙна элек Бөрө районында Оксана Волкованың үле кәүҙәһен тапҡайнылар. Әле килеп уның алты балаһы өйһөҙ ҡалды.Алимент таптырып итеп килгән ҡатынды өйҙәш һөйәре үлтергән була. Хәҙер сабыйҙар иҫке йортта йәшәргә мәжбүр, сөнки дәүләттән социаль торлаҡ алырға ғына торғанда, әсәләре вафат булғас, уларҙы сираттан төшөрөп ҡалдыралар. Закон буйынса, атай-әсәй мәрхүм булһа, ғаилә был хоҡуҡтан мәхрүм ителә икән! Әле Оксананың ҡәйенбикәһе балаларҙы опекаға алырға документтар юллай. Сабыйҙарҙның әсәһе лә, өйө лә юҡ хәҙер.
Читайте нас