газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2019, 18:17

Кеше ҡайғыһы төштән һуң

Ишембай ҡалаһы полиция дежур бүлегенең оперативнигы үлгән кешеләр тураһында мәғлүмәтте ритуал хеҙмәтенә һатҡан. Ул “Вазифаһынан файҙаланып, законһыҙ ришүәт алыу” тигән статья буйынса ғәйепле тип табылды

.Ишембай ҡалаһы полиция дежур бүлегенең оперативнигы үлгән кешеләр тураһында мәғлүмәтте ритуал хеҙмәтенә һатҡан. Ул “Вазифаһынан файҙаланып, законһыҙ ришүәт алыу” тигән статья буйынса ғәйепле тип табылды.Суд элекке полицейскийҙы дүрт йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә һәм 322 мең һум штраф һала.

- 2015 йылдан 2017 йылға тиклем ул үлеүселәр тураһындағы мәғлүмәтте ритуал салоны директорына һата, адрестарын бирә. Һәр хәбәргә 1000 һум ала. Ике йыл эсендә 80 мең эшләй. Ғәйебен өлөшләтә генә таныны, - тиҙәр Башҡортостан тәфтиш комитетының матбуғат-хеҙмәтенән.
Читайте нас: