Республикала балаһыҙлыҡ өсөн һалым индереүҙәре ихтимал. Быға замана йәштәренең шәхси үҫеште тәүге урынға ҡуйыуы сәбәпселер, күрәһең. Толкачев балалы, айырыуса тулы булмаған ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары кәрәклеген өҫтәне. Шулай уҡ балаһыҙлыҡ өсөн һалым индереү һәм, киреһенсә, ата-әсәләр өсөн һалымдарҙы кәметеү кеүек сараларҙы тикшерергә тәҡдим итте.
Башҡортостанда тыуым кәмей. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 19622 сабый донъяға килгән - был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 3 540 балаға аҙыраҡ. 1944 йылда СССР-ҙа балаһыҙлыҡ өсөн һалым индерелгән һәм балаһы булмаған 20-50 йәшлек ир-егеттәрҙән, кейәүҙәге 20-45 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан алты процент тотоп алып ҡалыуҙы күҙ уңында тотҡан.