газета "Салауат"
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2019, 18:06

"Алға" беҙҙе алға әйҙәй

Бөгөндән «Алға» транспорт картаһын Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла ҡабул итә башланылар.

Бөгөндән «Алға» транспорт картаһын Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла ҡабул итә башланылар.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, республикала берҙәм транспорт картаһын индереү проекты старт алғайны. Уның өҫтөнлөктәрен тәүгеләрҙән булып баш ҡала халҡы тойҙо. Ә август башынан был яңылыҡты беҙҙең ҡалала ла файҙаланырға мөмкин. Ҡала йәмәғәт транспорттары терминалдар менән йыһазландырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, транспорт картаһы 50 һум тора, уны «Рәсәй почтаһы», «Һалыҡ банкы» бүлексәләрендә, «Йәрминкә» магазинында һатып алырға мөмкин. Льготаға граждандарға закон буйынса тейеш барлыҡ ташламалар һаҡлана.
Читайте нас