газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2019, 12:04

Тоғро дуҫ ҡына түгел, ҡайһы саҡта дошман да

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Стаффордшир терьеры” тигән тоҡомло ҙур эт дүрт йәшлек ҡыҙыҡайҙы тешләгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Стаффордшир терьеры” тигән тоҡомло ҙур эт дүрт йәшлек ҡыҙыҡайҙы тешләгән. Шаһиттар һөйләүенсә, эт морондоҡһоҙ, муйынсаҡһыҙ булған. Быға тиклем ул хужаһына ла ташланған икән. Өҫтәүенә, ир спиртлы эсемлектәр эсергә яратҡан, әхлаҡһыҙ тормош алып барған, этен күп ҡатлы йорт подъезы эргәһендәге баҫҡысҡа бәйләргә ғәҙәтләнгән.

Хәҙер бахыр ҡыҙыҡай дауаханалағы балалар хирургияһы бүлексәһендә ята.
Читайте нас: