газета "Салауат"
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2019, 10:33

Яңы техника ҡайтарыла

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты эш башланы: республиканың урман хужалыҡтары үҙҙәренә кәрәкле техниканың тәүге партияһын алды.

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты эш башланы: республиканың урман хужалыҡтары үҙҙәренә кәрәкле техниканың тәүге партияһын алды. Ошоға бәйле үткәрелгән тантанала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ҡатнашты.

“Бөгөн урман хужалыҡтарына илле берәмек техника һәм ҡорамалдар тапшырыла. Улар ярҙамында урмандарҙы тергеҙеү, үҫтереү йәһәтенән комплекслы саралар үткәреләсәк, - тине Илшат Фәзрахманов. - Йыл аҙағына тиклем 100 миллион һум тирәһе суммаға тағы ла техника алынасаҡ. Һөҙөмтәле эш күрһәткән учреждениеларға техника беренселәрҙән булып бирелде”.

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу урман ресурстары менән идара итеү тармағында төп бурыстарҙың береһе булып тора. Маҡсаты - урманды файҙаланыу һәм тергеҙеү араһында балансты тәьмин итеү.

#Миллпроекттар
Читайте нас: