Республика халҡы һыу баҫыуҙан зыян күргән Иркутск өлкәһе халҡына гуманитар ярҙам ебәрҙе. 13 мең тирәһе посылка ебәрелгән дә инде. Башлыса, шәхси гигиена әйберҙәре, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡтар һалынған. Республиканың бөтә почта бүлексәләрендә лә бушлай түбәндәге әйберҙәр һалынған посылка бушлай ебәрелә:
* шәхси гигиена әйберҙәре
* йыуыу һәм дезинфекциялаусы әйберҙәр
* кейем-һалым һәм аяҡ кейемдәре
* таҫтамал, мендәр, юрғандар
* тиҙ боҙолмай торған аҙыҡтар
Ҡулланыуҙа булған әйберҙәр ҡабул ителмәй. Посылкала мотлаҡ "Гуманитар ярҙам" тип билдәләргә кәрәк.