Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2019, 18:55

Эскелек аҡылдан яҙҙырта

Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә иҫерек ир 13 ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән урамға граната ташлаған.

Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә иҫерек ир 13 ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән урамға граната ташлаған. Ир кеше тәүҙә дуҫ ҡатыны менән йортонда кәйеф-сафа ҡора. Әммә матур ғына башланған байрам ни сәбәптәндер ғауға менән тамамлана. Ныҡ ҡына иҫереп алған ир ҡатынын туҡмай. Шунан ҡыҙып алған янъялсы 13-сө ҡатта урынлашҡан фатирҙың тәҙрәһенән РГД-5 гранатаһын урамға ырғыта. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр эвакуацияланмай, сөнки ырғытылған граната тирә-яҡ өсөн хәүефһеҙ булып сыға. Яуыз ниәтле ир полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ирҙең ноутбугын, гранатаны һәм кеҫә телефонын тартып алғандар. Был ваҡиға буйынса тикшереү эше алып барыла.



Читайте нас: