газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 17:34

Әсәй - төрмәлә, балалар шифаханала

Үҙе эшләгән банктан 25 миллионға яҡын аҡса урлап тотолған Луиза Хәйруллинаның балалары әлеге ваҡытта шифаханала ял итә.

Үҙе эшләгән банктан 25 миллионға яҡын аҡса урлап тотолған Луиза Хәйруллинаның балалары әлеге ваҡытта шифаханала ял итә. Ҡыҙҙарҙың хәле һәйбәт, тип еткерә республиканың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова.

- Улар педагогтар һәм психологтар күҙәтүе аҫтында. Ата-әсәләренең ниндәй хәлдә икәнлектәрен аңлайҙар һәм быны белгестәр уларҙың йәшенә ҡарап, дөрөҫ итеп аңлата беләләр. Сентябрҙә ҡыҙҙар үҙҙәре уҡыған мәктәпкә уҡырға барасаҡ. Мәктәп директоры һәм класс етәксеһе менән һөйләштек - барыһы ла ярҙам итергә әҙер. Уҡыуҙа тырыштар, аҡыллылар, шуға күрә уларга ҡарата уҡытыусылар ҙа яҡшы мөнәсәбәттә, - ти балалар омбудсмены.
Читайте нас