Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 11:28

Осоп төшөп, иҫән ҡалған

Ошо аҙнала Стәрлетамаҡта 1,5 йәшлек бала бишенсе ҡаттан асыҡ тәҙрә аша осоп төшөп, ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡала. Әле сабый дауаханала, баш мейеһе һелкенгән.

Ошо аҙнала Стәрлетамаҡта 1,5 йәшлек бала бишенсе ҡаттан асыҡ тәҙрә аша осоп төшөп, ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡала. Әле сабый дауаханала, баш мейеһе һелкенгән.Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре күп иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, москит сеткаһына ышанып, тәҙрә аша ергә ҡолау осраҡтары йыш күҙәтелә. Башҡортостанда июнь айының һуңғы аҙналарында ғына ошондай 12 осраҡ теркәлгән, өсөһөндә балалар зыян күргән. Ата-әсәләргә, бәләкәй балаларын хәүефле хәлдә ҡалдырған өсөн, енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Читайте нас