Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 13:30

Команан сыға алырҙар микән?

Ял көндәрендә Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә етди юл-хәрәкәте ваҡиғаһы булды.

Ял көндәрендә Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә етди юл-хәрәкәте ваҡиғаһы булды. ”Лада” автомобиле водителе, техникаға идара итеүҙе юғалтып, юғары тиҙлектә юлдан ситкә оса һәм тимер-бетон бағанаға килеп бәрелә. Электр бағанаһы ергә ҡолай, ә машинанан тимер киҫәктәре генә ҡала. Шаһиттарҙың әйтеүенсә, машина юғары тиҙлектә елгән, спидометры 200 километр/сәғәт күрһәткесендә туҡтап ҡалған. Автомобилдә егерме йәш тирәһендәге өс егеттән тыш, 17 йәшлек үҫмер ҙә булған. Бәләгә тарығандарҙың икәүһе комала, береһе Өфөләге дауаханаға оҙатылған. Пассажирҙарҙың берәүһе - район дауаханаһында.
Читайте нас: