Йырсы Гөлназ Асаеваның “Instagram” селтәренә һалған фотоһына ҡарата бәхәс ҡыҙыу бара. Берәүҙәр: "Шундай ҡыҙға кем бәрәңге тоғо кейҙерҙе икән?" - ти. Икенселәргә лә яңы образ оҡшамаған. "Өйҙә генә кейеп йөрөрлөк", "матур түгел", "миңә оҡшамай был кейем", "ҡурҡыныс" , "һеҙгә килешмәй", - тигәндәр. Хатта берәү яңы образды бомждар кейеменә тиңләгән. Йырсы иһә уға: "Бомждар шулай йөрөһә, яҡшы булыр ине әле", - тип яуап яҙған.
"Йәшлек бит ул бер генә, килешә”, "матур", "бик матур, образды үҙгәртеп торорға кәрәк", “сибәрлекте боҙоп булмай", - тип хуплағандар ҙа бар.