Улының 20 миллион һум аҡса алып ҡасыуы тураһында Бари Алибасов "Семь дней" журналына белдергән. Аҡсаны улы, имеш, ул ағыуланып дауаханала ятҡанда шау-шыу сығарыу иҫәбенә йыйған. Был хаҡта өлкән Алибасов: "Йәштәр һәр нәмәнән аҡса эшләргә теләй. Атаһы үлем хәлендә, ә был уның өсөн пиар", - тип әйткән. Артабан был пиарҙа үҙе бер тин эшләмәүен белдерә. "Улым эшләне! 20 миллион! Ошо аҡсаға миңә коржик булһа ла алып бир тинем. Дарыу өсөн 100 һум булһа ла бир! Ә ул тотто ла ғәйеп булды. Шунан бирле уны күргәнем юҡ", - ти шоумен.