газета "Салауат"
+2 °С
Облачно
Новости
29 Июля 2019, 08:36

Балыҡ еҫе һауаны бысрата

Өфө эргәһендәге Иҙәк йылғаһында күпләп балыҡ ҡырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө эргәһендәге Иҙәк йылғаһында күпләп балыҡ ҡырыла.Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә урындағы халыҡ хәбәр итә. Улар әйтеүенсә, бер нисә көн элек кенә йылға тап-таҙа булған, унан болғансыҡҡа әүерелгән, хәҙер иһә балыҡ һәләк була башлаған.

- Йылға Өфөнөң һыу алыу ҡоролмаһына ҡушыла. Был хәлдең эҙемтәһе ниндәй булырын Алла ғына белә, - тип көйәләнә урындағы халыҡ. Әйткәндәй, ошоға оҡшаш хәл июль башында Шишмә районында теркәлгәйне. Унда йәшәүселәр боҙолған балыҡ еҫе һауаны бысратыуға зарланғайны.
Читайте нас