газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 17:51

Аҡбуҙатҡа - һәйкәл

Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажы Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу күҙаллана. Һәйкәлдең урыны – Йылҡысыҡҡан күле янындағы майҙансыҡ.

Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажы Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу күҙаллана. Һәйкәлдең урыны – Йылҡысыҡҡан күле янындағы майҙансыҡ.

Ғилми-етештереү үҙәге иғлан иткән Аҡбуҙат һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс йомғаҡтары буйынса, билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы һайлап алынған. Ижадсы мифик атты эпостарҙағы кеүек һүрәтләүгә ирешкән.
Июнь башында Аҡбуҙаттың гипстан яһалған моделе ҡойоу өсөн Ҡаслы архитектура-художество ҡойоу заводына ебәрелгән. Һәйкәлдең бейеклеге – 5 метр, ә аттыҡы 3,5 метр тәшкил итә.
Һәйкәлде рәсми асыу тантанаһы быйыл август айына билдәләнгән.
Читайте нас: